Ҡаза күреүсе – Өфө фәхишәһе Мария Лусникова шулай уҡ ултырышҡа килгәйне. Күрәһең, ул быны көтмәгәйне, ғәжәпләнеүе йөҙөнә сыҡҡайны.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Айо былтыр ғинуар башында ҡулға алынды. Быға 41 йәшлек Өфө ҡатыны Марияның 2018 йылдың 31 декабрендә уны талауҙа һәм мәсхәрәләүҙә ғәйепләп яҙған ғаризаһы сәбәпсе булды.
Ҡатын фәхишәлек менән шөғөлләнгән, күптән түгел телешоуҙа бушлай енси мөнәсәбәткә инеүҙе лә ул көсләү тип иҫәпләүен белдергән. Айо тарихы бер нисә тапҡыр федераль телеканалдарҙа яңғыраны, Рәсәйҙә генә түгел, хатта сит илдәрҙә киң шаңдау тыуҙырҙы. Дуҫтары егеттең ғәйепле булмауы хаҡында видеомөрәжәғәт менән дә сығыш яһаны.
Айо үҙенең ғәйебен кире ҡаға һәм енси бәйләнеш ҡатындың ризалығы менән булыуын әйтә. Ә кейемен залог рәүешендә алған, сөнки фәхишә быға тиклем уның 500 долларын урлаған.
https://shonkar.rbsmi.ru/articles/common_material/Nigeriya-egete-f--atinin-m-sh-r-l-g-nme-148529/