Беҙ ҙә ошо шатлыҡлы ваҡиғаның шаһиты булдыҡ. Баш ҡаланың 3-сө бала табыу йортонда ғаиләнең яңы ағзаһы тыуыуы тураһында документтарҙы тантаналы шарттарҙа ата-әсәләрҙең ҡулдарына тотторҙолар. Был проектты уңышлы башҡарыу өсөн ведомстволарҙың ҡулға-ҡул тотоношоп, берҙәм эшләүе кәрәк.
Проекттың маҡсаты ябай – йәш ата-әсәләрҙе артыҡ мәшәҡәттәрҙән ҡотҡарыу, ҡиммәтле минуттарҙы ғаилә өсөн һаҡлау. Тик шуныһы, йәш ата-әсәгә исем уйлауҙы оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Был эштең уйын эш түгеллеген аңлаһаҡ та, алдараҡ кәңәшләшергә, тиҙерәк бер ҡарарға килергә тура килер.