Новости
9 Март 2020, 14:30

Байрамда һигеҙ кеше зыян күргән

8 мартта республикала һигеҙ юл-транспорт ваҡиғаһында һигеҙ кеше зыян күргән.

Байрам кисендә, мәҫәлән, Өфөләге Октябрь проспекты менән СССР-ҙың 50 йыллығы урамы киҫелешендә “Audi Q5” машинаһы “Renault Logan” автомобиленә барып бәрелгән. 54 йәшлек ҡатын идара иткән “Renault Logan” сфетофорҙың тыйылған сигналына туҡтаған булған. Һөҙөмтәлә ошо уҡ машинала ултырған 40 йәшлек пассажир медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән.
Бер тәүлек эсендә республиканың ЮХХДИ-һы хеҙмәткәрҙәре 2 мең 100-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағын теркәгән һәм 48 иҫерек водителде туҡтатҡан. Был хаҡта үҙенең блогында республиканың Баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов хәбәр итә.
Әле юлдарҙа боҙлауыҡ күҙәтелә. Шуға водителдәргә автомобилгә һаҡ идара итергә һәм юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәңәш итәбеҙ. Өҫтәүенә спиртлы эсемлектәр файҙаланған килеш руль артына ултырыу – бөтөнләй ярамаған эш. Ғөмүмән, транспорттың хәүеф сығанағы икәнлеген бер ҡасан да хәтерҙән сығарырға ярамай.
Фото: "Молодежная газета".
Айһылыу Низамова
Читайте нас