Новости
9 Март 2020, 07:30

Байрам булһа үлемдәр арта...

Бөгөн төндә Шишмә районында утлы фажиғә ҡупҡан.

Ҡотҡарыусылар Заводянка тигән тораҡ пункттың Ҡояшлы урамында йорт яна тигән хәбәрҙе төнгө сәғәт 3 тула тигәндә алған. Фажиғә урынына килеп еткән янғын һүндереү часы 36 квадрат метр үлсәмле ағас йорт яныуын асыҡлаған. Үкенескә ҡаршы, янғын урынында 1959 һәм 1984 йылғы ирҙәрҙең кәүҙәләре табылған. Уттың ниҙән сыҡҡанын дознаватель асыҡлай. Һынау лабораторияһы ла эшләй.
Фото:Т.Аманов
Читайте нас