Теге ағай ҡайтып еткән. «Мине лесник күрҙе, акт төҙөр инде», - тип көйәләнә икән. Ҡатыны: «Әйҙә, өйөнә барайыҡ, һөйләшәйек, хәлебеҙгә керер», - тип, ике аҡбаш һалып алып, киткәндәр. Барһалар, ҡапҡа бикле, әммә йөрөгәндәре, шыш-быш һөйләшкән тауыштары ишетелә, ти. Беҙ икәнде белеп асмайҙа, тип былар эй көйәләнә икән. Саҡ астырып кергәндәр шулай ҙа. Ике йыл үтеп киткәс, лесник быға серен сискән. «Ҡурҡыттың шунда. Һинең ҡайғың юҡ ине, үҙем комбайн бункерынан иген урлап ҡайтып бара инем. Ҡапҡа туҡылдатҡастары, ах-ти, артымдан килделәр бит, тип ҡайҙа етте шунда игенде йәшерергә булып киттек. Аҡбаштарыңдың файҙаһы тейҙе шулай ҙа, тыныс йоҡланым», - тигән була ти.