Был ҙур ғына предприятиела тәүге йомортҡаларҙы инкубаторға 6 мартта һалғандар. Ике инкубация шкафына һигеҙ мең аҡ итальян тоҡомло ҡаҙ йомортҡалары һалынған. Һалыр алдынан белгестәр уларҙы сорттарға айырған һәм эшкәрткән. Кампанияның уңышы туранан-тура бәйле булған был яуаплы эште Надежда Савкина, Әлфиә Йәғәфәрова һәм башҡалар эшләгән. Коллектив тырышлығ менән быйыл тәүге бәпкәләр 4 апрелдә сығырға тейеш.