Кескәй йондоҙҙар, Өфө-Мәскәү араһын һыуытмай, әленән-әле күрешеп тора, башҡа ваҡыттарҙа интернет селтәрендә даими аралаша икән.
Уларҙың икеһенең дә Instagram селтәрендә үҙ блогтары бар, сәхифәләрен әсәйҙәре алып бара. Унда ла Арыҫлан менән Мартаның кино төшөргәндәге, былай осрашҡандағы фотоһүрәттәре йыш осрай. Шундай фотоһүрәттәрҙең аҫтында Арыҫлан Ҡырымсуриндан түбәнге һүҙҙәре күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә: “Арыҫландың әйткәненән: “Ҙурайғас, Мартаны кәләш итеп алам да, балаларыбыҙға Йәмил һәм Оксана тип исем ҡушасаҡбыҙ. Марта Ҡырымсурина – шәп яңғырай!”
Балалыҡ мөхәбәтенән дә эскерһеҙ тойғо юҡтыр донъяла...
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/uray-as-Martani-k-l-sh-itep-alam-da-155396/