Регинаны өгөтләп тә ҡайтара алмағас, Илфар кафеға инеп ултырҙы. Һөйгәненең: “Һин миңә өйләнгәндә алтын тауҙар вәғәҙә иттең! Теге айҙа уҡ машина алып бирәм тинең. Нимәгә праваға уҡырға ебәрҙең, машина алып бирергә хәлеңдән килмәгәс. Күрә алмайым мин һине!” – тигән һүҙҙәре ҡолағында яңғырап тик торҙо.
Шул саҡ кемдер яурынына төрткәнгә әйләнеп ҡараны. Элекке таныш егет. “Нимә кафеға килеп ул тиклем моңайып ултыраһың? Әйҙә, беҙгә ҡушыл”, – тип ситтәге ике егеткә ымланы. Илфар быларҙың янына барып ултырҙы. Бер нисә рюмка күтәреп алғас, кәйефе лә арыуланғандай булды. Ә Альфред һораша ла һораша. “Һин ҡайҙа? Нисек? Нимә менән шөғөлләнәһең?” Хәмер телен асҡан Илфар барыһын да теҙеп һөйләне лә бирҙе. Телефонынан Регинаһының фотоһын күрһәтте, “йәшәй алмайым унһыҙ” тип илаулап та алды, шикелле. Альфред кәләшенең һүрәтенә текләп алғандан һуң: “Матур ҡатындарға аҡса күп кәрәк шул... Тапҡанһың бошонор сәбәп! Регинаң ғына түгел, ә бар һылыуҡайҙар алдыңа килеп йығылырлыҡ аҡса эшләп була. Тик, үҙең аңлап тораһың, законлы юл менән байып булмай”, – тине.
Иҫерек Илфар ҙур аҡса өсөн барыһына ла әҙер булыуын белдерҙе. Иртәгәһенә айыҡҡас ул ниндәйҙер мәлгә “бушҡа ғына ризалаштым” тип уйлап алды ла, унан Регинаны үҙенә ҡайтҡанын күҙ алдына килтереп, выжданының ауыҙын томалап ҡуйҙы.
...Морат ауыл тирәһендә йөрөгән малды һиҙҙермәй генә урман яғына ҡыуалай башланы. Һәр саҡ иҫерек ирҙең ҡырҙа, япа-яңғыҙы нимә эшләп йөрөгәне ауылдаштарын ҡыҙыҡһындырманы ла, шикелле. Ир әллә нисәмә тәүлек йортона ҡайтмай йөрөгән малды ауланы. Бына бер нисә ай ул үҙе теләгәнсә “рәхәтләнеп” йәшәй. Бер килке малды ҡыуып алып китеп Илфарға әҙерләй ҙә, бының өсөн аҡса алып магазинға ашыға. Хәҙер инде темеҫкенеп, һоранып, ҡырын ятҡан әйберҙе урларға маташып йөрөү юҡ.
Илфар тәүге “табышына” Регинаға ул күптән хыял иткән алтын сылбырлы кулонды бүләк итте лә, өс айҙан яңы машина алып бирәсәген белдерҙе. Уныһы ҡыуана-шатлана фатирҙарына ҡайтты. “Бына бит, аҡыллым, теләһәң – булдыра алаһың”, – тине Регина. Иренең ҡайҙан, ниндәй юл менән аҡса табыуы уны ҡыҙыҡһындырманы ла. Иң мөһиме – Илфар уның бар талаптарын үтәргә әҙер. Тик йәш ҡатындың ҡыуанысы оҙаҡҡа барманы.
Бер нисә ауылда “эш иткән” мал ҡараҡтары тотолоп, хөкөм ителде. Ашау – байҙан, үлем – Хоҙайҙан, тип йәшәгән Мораттың быға иҫе лә китмәне. Ә бына Илфар, ҡайғынан бөгөлөп төшкән ата-әсәһенә лә ҡарамай, Регинаны көттө. Тик ул килмәне. Тикшереү эштәре барған саҡта уҡ Регина айырылышырға ғариза яҙа. Илфарҙың ата-әсәһе урланған мал өсөн зыянды ҡайтарыу өсөн ул һатып алған фатирҙы һатырға хәл итә. Тик торлаҡ тулыһынса Регинаның ғына исемендә булып сыға. Килен кеше ҡайны-ҡәйнәһен: “Тағы килһәгеҙ, полиция саҡыртам. Улығыҙҙы бур итеп тәрбиәләүегеҙ етмәгән, хәҙер мине таларға уйлайһығыҙмы?!” – тип ҡыуып сығара.
Бәхетте тик аҡса, байлыҡта күреү, ысын мөхәббәтте ауырыуҙан айыра белмәү тағы бер нисә кешенең яҙмышын селпәрәмә килтерҙе. Ысын хистәрҙе нәфсе еңгән заманда аҙашҡан йәндәр күп булыр әле...
(Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.Бәйән ителгән хәл-ваҡиғалар Баймаҡ районда бара.)https://hakmar.rbsmi.ru/articles/sud-zalynan/saf-khist-r-e-n-fse-e-g-n-zaman/