Бөтәһенә лә ике йәш кешенең мөхәббәтенә ҡаршы төшөргә маташҡан туғандары ғәйепле. ”Курс дела” баҫмаһынан хәбәр итеүҙәренсә, өлкәндәр менән уртаҡ тел таба алмау һөҙөмтәһендә улар Өфөгә ҡасырға ҡарар иткән. Үҫмерҙәрҙе бәлиғ булмағандарҙы ваҡытлыса урынлаштырыу үҙәгенә илткәндәр. Уларҙың ата-әсәһе килеп етеү менән ғашиҡтарҙы кире Нижневартовскиға оҙатасаҡтар.
Тағы ла шуныһы билдәле булды: бәхетле пар поезда барғанда үҙҙәренең өлкәндәрҙән ҡасып ҡотолоуын осраҡлы юлсы менән “байрам иткән”. Хәҙер был иргә бәлиғ булмағандарҙы спиртлы эсемлек менән һыйлағаны өсөн штраф түләргә тура киләсәк.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Romeo-men-n-Dguletta--f-g-kilep-et-alma-an-155488/