Новости
8 Март 2020, 16:19

Рөстәм Нәбиев ниндәй кисерештәре менән бүлеште?

Һуңғы йылдарҙа балаларын ирҙәре янында тапҡан ҡатын-ҡыҙ һаны артты. Күптәр быға ҡаршы сығып, кәрәге юҡ ғәмәл тип әйтһә, ыңғай баһалағандар ҙа арта бар.

Шундайҙарҙың береһе - билдәле блогер, элекке десантсы Рөстәм Нәбиев. Белеүебеҙсә, ул күптән түгел икенсе тапҡыр атай булғайны. Һәм был тылсымлы мәлдә ҡатыны Индира менән башынан аҙағына тиклем бергә булып, әле байрам алдынан ошо туралағы тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
“Беҙҙең ғаиләбеҙ өсөн мөһим ваҡытта ҡатыным менән бергә булып, уға ярҙам итә алғаным, уның янында ауыртыныуҙарҙы бергә үткәреүем менән ғорурланам. Унда барыу минең теләгем булды. Индира үҙе был турала бер ҡасан да өндәшкәне юҡ ине. Ә минең барыу теләгемде ишеткәс, ғәжәпләнде һәм ҡыуанды”, – тип яҙа Рөстәм социаль селтәрҙәрҙә.
Ул ҡатынының әсәй булыуға бик яуаплы әҙерләнгәнен билдәләй. Индира әҙерлек курстарына йөрөгән һәм ирен дә үҙе менән алып барырға тырышҡан.
“Беҙ алдан һөйләшеп ҡуйҙыҡ: әгәр Индира теләһә, мин шунда уҡ сығып китәм, тигәйнем. Минең арҡала уңайһыҙлыҡ кисереүен теләмәнем. Иң ауыры тулғаҡ тотоу мәле булды. Улар сағыштырмаса оҙаҡ дауам итмәһә лә, 2,5 сәғәт, һөйгәнемдең ауыр мәлдәр кисереүен күреү бик ҡыйын булды. Ҡулымдан кигәнсә ярҙам итергә тырыштым. Биленә массаж яһаным, ул тулғаҡ тотҡан саҡта минең коляскаға терәлеп торҙо, уға шулай еңелерәк ине. Ә инде сабыйыбыҙ тыуа башлағас, мин ситкәрәк киттем һәм акушеркаларға ҡамасауламаным. Индира ҡыҙыбыҙҙы биш минут эсендә тыуҙырҙы.
Мин унда барыуыма бер тамсы ла үкенмәйем. “Барма, психологик йәрәхәт алыуың бар, мөнәсәбәттәр боҙолор” тип ҡурҡытыусылар булды. Минең өсөн Индира һаман да матур, бер ни ҙә үҙгәрмәне. Барыһын да башынан аҙағына тиклем күрҙем, ҡыҙымдың кендеген ҡырҡтым. Һөйгәнемә нисек ауыр һәм ҡыйын икәнен күрҙем. Бынан һуң уны нығыраҡ ҡәҙерләй башланым.
Ә иң мөғжизәле ваҡыт – сабый тыуып, илап ебәреүе. Һәр кемгә был хистәрҙе бер тапҡыр булһа ла тойоуын теләйем”, – тип яҙа блогер.
Индира менән Рөстәмдең ғаиләһенә уңыштар һәм мөхәббәт теләйбеҙ!
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/R-st-m-N-biev-nind-y-kiseresht-re-men-n-b-leshte-153958/
Фото: Инстаграм.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас