Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бер егет Өфөнөң Цюрупа урамында урынлашҡан сәскәләр салонынан әйберҙәр сәлдергән. Был хаҡта хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә һатыусылар хәбәр иткән.
Енәйәтсе тиҙ арала тотолған. Ул баш ҡалалағы колледждарҙың береһендә белем алған 18 йәшлек егет икән. Уға ҡарата быға тиклем дә хөкөм ҡарары үтәлгән булған. Алдан күҙалланыуынса, егет таныш ҡыҙҙарын 8 Март менән ҡотларға уйлап магазинға ингән һәм ҡапыл ғына ике йомшаҡ айыуҙы сәлдереп ҡасҡан.
Тик уйынсыҡтарҙы гүзәл зат вәкилдәренә бүләк итеп өлгөрмәгән. Уға ҡарата енәйәт эше асылған.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Bari-i-la-atin-i-ar-s-n-155456/