Новости
8 Март 2020, 05:10

АПАЙЫМ ҠӘҘЕРЛЕРӘК ШУЛ

Тик ҡыҙ булып тыуғанмын шул. Һөҙөмтәлә кескәй саҡтан үҙемә ҡарата иғтибарһыҙлыҡты тойоп үҫәм. Миңә бик-бик һирәк осраҡта ғына яңы әйбер һатып алалар. Апайымдан ҡалғанды кейеп үҫәм. Ярай, уныһына түҙергә лә була. Апайым телефон артынан телефон алмаштырттыра. Мин гел “бишле”гә уҡыным – ата-әсәйҙең иҫе лә китмәне

Йәнем көйөп насар уҡый башланым. Барыбер бер нимә тимәнеләр. Ә апайым өсөнсө мәртәбәнән генә имтиханын тапшырғайны, уның өсөн байрам ойошторҙолар. Мин ике йыл буйы яҡшы телефонға тип аҡса йыйҙым. Апайым уны табып алған да, барып үҙенә күлдәк- косметика һатып алған. Илай-илай әсәйҙәргә һөйләгәйнем, үҙемде әрләнеләр, йәнәһе, апайыңа аҡса кәрәгерәк.
Хәҙер мин был ғаиләгә яңылыш килеп эләккәнемә тулыһынса ышандым. Бәлки, мине балалар йортонан алғандарҙыр?
Зилиә.https://hakmar.rbsmi.ru/articles/y-r-k-yanyr-ser-r-bar/apayym-erler-k-shul/
Читайте нас