Новости
7 Март 2020, 12:38

Һыуһағанда наҙға, уяулыҡ та юғала

йәки Интернетта «мөхәббәт» эҙләп, мутлашыусылар тоҙағына эләгеп ҡуймағыҙ

Ниһайәт, ул минән аҡса һораны! Әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, ни бары 2000 доллар. Эйе. Уға үҙемдең бер нисек тә ярҙам итә алмаҫымды аңлаттым. Тәртип­ле, әҙәпле, тәрбиәле ҡатын­мын бит – ихласлап ғәфү үтен­дем. Теге яҡтан миңә ныҡ ҡына аҡыл өйрәтергә маташыу ҙа файҙаһыҙ булды. Был килеп сыҡмағас, йәлләтеү файҙа­ла­ныла башланы. “Мин бит һине шул тиклем яратам, тормошом киләсәктә тик һиңә генә бәйле, һиңә өйләнәм, һин – минең мәң­ге­лек мөхәббәтем, ә һин?”... Бла-бла-бла. Ир кешелә уның һүҙен түгел, ә эшен хөрмәт итәм. Ә һүҙ бутҡаһы бешерергә яратҡандар менән күптән тамаҡ туҡ.
Экспериментым тураһында баштан һөйләйем әле. Радио һәм телевидение, гәзиттәр аша беҙ сит илдә йәшәгән ирҙәргә “мөхәббәт ҡорбандары” – Рәсәй ҡатын­дарының күпләп аҡса күсергәне тураһында хәбәрҙарбыҙ. Шулай ҙа, кеше күңеле белгесе була­раҡ, миндә бындай ирҙәргә ҡарата профессиональ ҡыҙыҡ­һыныу уяна ине. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙсы: ете диңгеҙ аръя­ғында йәшәгән ҡатындан аҡса һурыу өсөн ул ниндәй супер-пупер психолог булырға тейеш! Үәт кешелә талант, тиеп уйлай торғайным. Шулай тыныс ҡына йәшәгәндә, минең социаль селтәрҙәремә бер-бер артлы ете тау, ете диңгеҙ яғынан ир-егеттәр “яуа” башланы. Ул Джейсон, ул Дональд (Трамп түгел!), ул Рами, ул Хью (исемдәрен әйтергә тел дә әйләнмәй) һәм башҡалар. Уларҙың “гугл-тәр­жемәсе” аша аралашҡаны аңла­шылалыр. Ни булһа ла, бер-ике фразанан һуң барыһын да “ҡара исемлек”кә ҡуя барҙым. Әйтергә кәрәк, сит ил танышыу сайттарында теркәлмәгәнмен. Бына тағы бер принц “Бәйләнештә” селтәренә килеп инде. Дуҫлыҡ тәҡдим итә. Әйҙә, йәл түгел, дуҫ булайыҡ! Хөрмәтле ханымдар, аҫта уларҙың ҡатындарҙы “аулау системаһын” тәфсирләп яҙып үтәм.
Ҡыҙыҡһыныу уятыу. Уның исеме – Александр. Атаһы Мәскәүҙән, әсәһе америкала икән. Үҙе күптән Майямила йәшәй. Һөнәре буйынса – төҙөүсе-инженер. Океан янында йәшәй, йортоноң, үҙенең, улының, эте­нең, автомобилдәренең фото­һүрәтен ебәрә. Шул уҡ ваҡытта һинең йәшәүең менән дә ҡыҙыҡһына, хәл-әхүәлеңде, туған-тыумасаңды, динеңде, эшеңде, эш хаҡыңды ентекләп белешә.
Йәлләтеү. Үҙенә 55 йәш, дүрт йыл элек тол ҡалған, 17 йәшлек малайы бар. Атаһы ла, әсәһе лә күптән мәрхүмдәр. Яланда үҫкән бөртөк ағас кеүек, бер үҙе. Дуҫ­тары ла һирәк йә иһә бөтөнләй юҡ. Сөнки оҙайлы командировкалар арҡаһында булғандары ла юғалып бөткән. Көнө-төнө эше менән була, яңғыҙлыҡтан йон­соған, үҙ илендәге ҡатындарға ышанмай, балалары ла әсәй наҙына мохтаж. “Ҡалған ғүме­ремдә бергәләп матур ғаилә ҡороу өсөн тоғро, ипле, әҙәпле, дини, ирен ҡәҙерләгән, хөрмәт­ләгән ҡатын эҙләйем. Яңғыҙ­лыҡтан шул тиклем арыным” – ҡыҙыл һыҙыҡ менән аралашыуҙа ошо һүҙҙәр үтә.
Ныҡышмалылыҡ. Аралашыу­ҙың икенсе көнөндә үк телефон һандарын һораны, ватсапта яҙышайыҡ, һөйләшәйек, ти башланы. Мин баш тартам, “Бәйлә­нештә” аралашыуы уңайлыраҡ, тием. Ике аҙна “аңлатыу” эш­тәренән һуң, тегегә телефон һан­дарымды тәки бирҙем. Ныҡыш­ма­лы­лығы, тәүәккәллеге, һүҙ байлығы хуплауға лайыҡ, тип йылмай­ҙым.
Ылыҡтырыу, арбау. Улар, ысынлап та, төрлө психологик алымды ҡуллана белә. Матур асылмалар, кү­ңелгә хуш килгән сәләм­дәр, йылмайлиҡтар, ши­ғырҙар, изге китаптан цитаталар – бөтәһе лә эшкә егелә. Әлбиттә, аралашыу инглиз телендә барҙы.
Һөйөү. Аралашыуҙың куль­минацияһы «егетем»дең һө­йөүен белдереүе булды. О-о-о, һеҙ нимә, һис шикһеҙ, ватсап аша, үҙенең тауышы менән матур итеп: “Almira, I love you very much”, – тине. О-ля-ля. Уның “асылыуы” мине бәхеттең етенсе ҡатына осорорға тейеш булғандыр, ахыры. Артабан һәр һөйләмендә, ҡәҙерлем, матурым-фәрештәм, эҙләгәнем, тапҡаным, һөйгәнем, мөхәб­бәтем, ҡотҡарыусым һ.б. тигән һүҙҙәре йөрәккә майҙай яғыла башланы. Тормошомдағы бөтә ситуацияның тик ыңғай яғын күрергә тырышҡанымда, был хәл дә күңелде күтәреп ебәрҙе.
Пландар. Бынан һуң һөйөү тураһындағы һүҙҙәр көнөнә бер нисә тапҡыр әйтелде, һағыныу-юҡһыныуы тураһында еткереп торҙо. Ваҡланып та тормай, бер көн Александрым телефон аша кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Өйҙө яңғыратып көлөүемә ике ҡыҙым тертләп ҡуйҙы. Һөйләп биргәс, бәләкәсе тыйҙы, ҙуры, саҡырған саҡта бар, тигәс «риза» булдым. Уға кейәүгә сығырға риза булғас, нисек “шатланғанын” күрһәгеҙ ине. Шунан ары “беҙҙең” уртаҡ пландар ҡоролдо: “баллы ай”ҙы ҡайҙа үткәреү, йәшәйәсәк илебеҙҙе билдәләү, сәйәхәткә барыу, ниндәй балдаҡ, ниндәй машина минең туй бүләге буласаҡ – барыһы ла аныҡлап килешелде. Уның атай-әсәйем бөтөнләй сит кешене минең ирем булараҡ нисек ҡабул итеүенә “борсолоуы” уға ҡарата булған “һөйөүемде” тағы ла ялҡынлыраҡ “итте”.
Бәлә. Көтмәгәндә, уйламағанда, аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай килә бит ул. Ике айҙан осрашырға тип һөйләшеп, килешеп бөткән ерҙә, Александрҙың бизнесына аҡса еткерә алмауы асыҡланды. Был турала ул мин эштән ҡайтҡас, төн уртаһында, “илай-һыҡтай” һөйләне. Аҡса һорауы ни тиклем оят икәнен белһә лә, минән дә ышаныслыраҡ, яҡыныраҡ бер кеме лә юҡ икәнен иҫемә тө­шөрҙө. Төрлөсә баҫым яһаны, психологик “атака” ла ҡулланды.
Шаршау. Өҫтә күңелле генә бәйән ителгән хәл, әгәр ҙә ысынбарлыҡҡа тап килмәһә, бер мажара ғына булыр ине. Мутлашыусыларға ышанып, аҡсаһыҙ ҡалған гүзәл затыбыҙ булмаһа. Ете диңгеҙ аръя­ғындағы хәрби, төҙөүсе, инженер, менеджер, бай тол ирҙәр беҙҙең республикала ла үҙ­ҙәренә ҡорбан эҙләй. Уларҙың йөрәк “аулау” схемаһы менән таныштығыҙ, хөрмәтле ханымдар! Абай булығыҙ!

Яңылыҡ авторы: Ә. ИСХАҠОВА
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/zd/yu-a-anda-na-a-uyauly-ta-yu-ala/
Читайте нас