Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
7 Март 2020, 13:10
Йөрәктәргә барып етерме?
Ишеткәнһегеҙме икән – быйыл йыл башында яман ауырыуҙан Өфөнән Марсель Иманғолов вафат булды. 30 йәшлек егет бөтә ил күләмендә сиргә ҡаршы көрәш символына әүерелгәйне. Хатта бер көн килеп, уның ауырыуҙы еңеүе тураһында хәбәр ҙә таралғайны. Марсель “Достучаться до сердец” тигән видеопроекты менән дә танылыу яуланы. Үҙе үлде, ә эше...
Марсель Иманғоловтың «Достучаться до сердец» проекты эшен дауам итәсәк. Был хаҡта мәрхүмдең командаһы Instagram аша иғлан иткән.
“Беҙ Павленко грантын алдыҡ, шуға ла видеопроектты ҡабаттан тергеҙеп ебәрәбеҙ”, – тип яҙған улар.
Проект— ямаш шешкә тарыусы ауырыусы кешеләр менән әңгәмәләшеү ул. Марсель һәм уның дуҫтары кешеләр сире тураһында һөйләргә ҡурҡмаһын, тип тырышты.
“Әле беҙ яҙҙырырға геройҙар эҙләйбеҙ. Һеҙ йәки яҡындарығыҙ шундай сиргә дусар булһа һәм асыҡтан-асыҡ һөйләй алһа, беҙгә хәбәр итегеҙ. Проект тураһында бөтә мәғлүмәт Инстаграмда @knockingtothehearts” битендә”, – тип яҙғандар.
Фото:Инстаграм.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Y-r-kt-rg-barip-eterme-153384/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"