Новости
7 Март 2020, 12:36

"Уйҙарымдан ғына юғалма..."

Кисә, 6 мартта, ошо исем аҫтында Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында төрөк авторы Р.Н. Гюнтекин романына нигеҙләнеп яҙылған музыкаль драманың премьераһы булды.

Яҙға, наҙға, моңға сорналған спектакль берсә һағышландырҙы, берсә шаяртып алды. Композитор Урал Иҙелбаевтың сихри көйҙәре тамашаға йәм өҫтәне. Тормош мәшәҡәттәренән әҙгә генә арыныр өсөн театрға килгән тамашасы күңеле булып, яҡты хистәргә төрөнөп таралышты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: премьера тамашаһы 7 мартта ла буласаҡ. Ҡарарға теләп тә, тәүге көндә килеп етә алмаусылар өлгөрөр, тип хәбәр ебәрҙе театрҙың әҙәбиәт мөхәррире Рәзилә Ырыҫҡужина. Фото:Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Uy-arimdan-ina-yu-alma-154542/
Читайте нас