Новости
7 Март 2020, 06:05

“Ҙур әхлаҡи әһәмиәткә эйә булған сара”

Мәғлүм булыуынса, төбәк Башлығы Радий Хәбиров 2 майҙы Башҡортостанда Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Был көндә төбәктәге зыяраттарға маршруттар асыуҙан, башҡа саралар ойоштороуҙан тыш, муни­ципалитеттарға Бөйөк Ватан һу­ғышы ветерандарының, уларҙың тол ҡатындарының, тыл эшсән­дәренең, Ҡораллы Көстәр һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ҡәбер­ҙәрен, нәҫел ҡәберлектәрен төҙөк­ләндереүҙә ярҙам күрһәтеү бурысы йөкмәтелә.

Республика етәксеһенең Указына ҡарата Башҡортостандағы дин әһелдәре үҙ фекерен белдерҙе.
“Әлегә тиклем бындай сараларҙы дин вәкилдәре һәр ҡайһыһы айырым үткәрә торғайны. Хәҙер иһә акция йыл һайын ойоштороласаҡ. 2 май Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө тип рәсми рәүештә иғлан ителгәс, дәүләт органдары һәм дин әһелдәре уны берлектә тормошҡа ашырасаҡ. Уртаҡ эшебеҙ ҙур һөҙөмтә бирер, зыяраттар төҙөк­ләнер, күркәмләнер, тип уйлайым”, – тине Башҡортостан мосол­мандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Айнур хәҙрәт Бирғәлин.

Мәскәү патриархатының Баш­ҡорт­остан митрополияһы башлығы, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон әйтеүенсә, православие динендә мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө әүәл-әүәлдән билдәләнә. “Әйткәндәй, республикала әлегә тиклем бындай саранан берәү ҙә ситтә ҡалманы. Христиандар ҙа, мосолмандар ҙа, йәһүдтәр ҙә, башҡа дин вәкилдәре лә бергәләп зыярат­тарҙы, ҡәберлектәрҙе тәртипкә килтерҙе. Хәҙер иһә был көн Указға ярашлы билдәләнгәс, эш тағы ла әүҙемләшер, тип ышанам. Иң мөһиме – сара ҙур әхлаҡи әһәмиәткә эйә буласаҡ, сөнки төҙөкләндереү эше менән бер рәттән зыяраттарҙа әруахтарҙың рухына доға ҡыла­саҡбыҙ”, – тине ул.

“Төбәк Башлығының юғары кимәлдә ошондай сараны иғлан итеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Бөтә дин вәкилдәрен изге идея тирәләй берләштереү – яҡшы күренеш. Ата-әсәләр балаларына оло быуынға ихтирам йәһәтенән өлгө күрһәтер, акциянан берәү ҙә ситтә ҡалмаҫ, тип ышанам”, – тине Башҡортостандың Баш раввины Дан Кричевский.

Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты вәкиле, Өфөнөң Беренсе йәмиғ мәсете имам-хатибы Әхмәт хәҙрәт Әхмәров билдәләүенсә, исламда мосолмандың өлкәндәрҙе, баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙе хөрмәт­ләү, уларҙы иҫкә алып доға ҡылыу, ҡорбан салыу, хәйер-саҙаҡа таратыу бурысы бар. “Төбәк Башлығы Радий Фәрит улының Указы – бик мөһим аҙым. Власть яғынан бындай ҡараш ҡыуандыра ғына, сөнки бөтә ил менән яҡындарыбыҙҙың һуңғы төйәген тәртипкә килтерәсәкбеҙ”, – тине ул.

Фото: mmpsrb.ru
Читайте нас