Новости
7 Март 2020, 13:12

Себештәрҙе лә һатып ала белергә кәрәк

Тиҙҙән ауылдарҙа себеш алыу миҙгеле башланасаҡ. Халыҡҡа уларҙы күп осраҡта килтереп һаталар. Хәтерегеҙҙә булһа, бер нисә йыл элек ҡош киҙеүе таралғайны. Ул осорҙа әллә күпме ҡош-ҡорт ҡырылды, күбеһе яндырылды.

Ошондай күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн, белгестәр ауыл халҡына себеш һатыусыларҙан ветеринария белешмәһен һорарға кәңәш итә. Әгәр был документ юҡ икән, шикләнергә урын бар тигән һүҙ. Ҡош-ҡорт һатыусыларҙың машина номерын телефонығыҙға төшөрөп алырға ла мөмкин.
Алған себештәрегеҙ үлә башлаһа, ветеринарға мөрәжәғәт итергә онотмағыҙ, ти белгестәр. Уның ниндәй ауырыуҙан үлгәнен асыҡларға кәрәк, юғиһә ҡурҡыныс сир таралыуы ла мөмкин.
Фото: google.ru
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Sebesht-r-e-l--atip-ala-belerg-k-r-k-153055/
Яңылыҡ авторы: Гөлнара Солтанова
Читайте нас