Новости
7 Март 2020, 13:03

Красноусолда ла экобокс ҡуйҙылар

Батарейка, терегөмөшлө градусник, энергия һаҡлағыс лампаларҙы йыйыу өсөн стационар экобокс Красноусол ауылының Фрунзе урамында ҡуйылған.

Хәүефле ҡалдыҡтарҙың һәр төрө өсөн айырым бүлеге бар.
«Экобокс» федераль проекты республикабыҙҙа 2014 йылдан алып тормошҡа ашырыла.
Әйткәндәй, "Экобокс" предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, экобокстарҙы тәүге мәлдәрҙә гел дә Белоретта емерә торғайнылар. Ә Баймаҡ, Бөрйән, Салауат, Учалы райондарында халыҡ үҙен бик тәртипле тотто - бер экобоксҡа ла теймәнеләр. Моғайын, Красноусолда ла экобоксҡа тейеүсе кеше булмаҫ.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Krasnousolda-la-ekoboks-uy-ilar-154310/
Фото: ВК-нан.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас