Новости
7 Март 2020, 05:20

Каринэ Хәбирова Өфөгә килгәс нимә бешерергә ѳйрәнгән?

Республика Башлығының тормош иптәше Каринэ Хәбирова үҙенең ихласлығы менән күптәрҙә ыңғай ҡараш тыуҙырҙы, хѳрмәт яуланы. Ул тѳбәк тормошонда әүҙем ҡатнаша, урындағы халыҡтың йолалары менән таныша, шулай уҡ бағыусылыҡ һәм ирекмәнлек менән шѳғѳлләнә.

Каринэ ханым “Ѳфѳ” журналына биргән интервьюһында тормошта тәүге урынға карьераны ҡуймауын белдерә. Тормошта ҡатын-ҡыҙ булып ҡалыу мѳһим, шул саҡта ғына иреңә, балаларыңа нимәлер бирергә мѳмкин һәм йәмғиәткә файҙа эшләргә була, ти ул.
Балаларҙы тәрбиәләүгә килгәндә, Каринэ ханым уларҙы яратырға, әммә ҡоторторға ярамағанлыҡтыбилдәләй. Мәҫәлән, ул бәләкәй улы Фәриткә гаджеттарҙы бирмәй башлаған, ѳлкән улына был тыйыуҙы ҡулланып булмауын, үҫмер уны шәхси ҡыҫылыу тип ҡабул итеүен әйткән. Оло улы тәүҙә әсәһен бәләкәс Фәриттән ҡыҙғанһа, һуңынан, киреһенсә, әсәһен балаға аҙ иғтибар биреүҙә тәнҡитләгән.
- Башҡорт аш-һыуы бик тәмле, һәр районда ла ул тѳрлѳсә. Ҙур бәлештең, гѳбәҙиәнең, ҡыҫтыбыйҙың һәм башҡаларҙың бер нисә тѳрѳн беләм. Аштарҙы үҙем әҙерләйем. Ѳфѳгә килгәнсе картуфтан билмән яһарға ѳйрәндем, уны Башҡортостанда ғына эшләйҙәр. Был - Радий Фәрит улының ашы. Ѳйрәнеүе еңелдән булманы: туғандарға шылтыраттым, кәңәштәр һораным, нескәлектәрен асыҡланым. Картуфты турауҙың үҙ тәртибе бар икән, был саҡта сапҡы ҡулланыу яҡшыраҡ, - ти Каринэ ханым.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Читайте нас