Тәүге кәңәш. Ирҙең әйткәне хаҡ. Хатта ғәмәлдә улай булмағанда ла, әгәр һүҙегеҙҙе һүҙ итергә, бәхәсләшергә тотонһағыҙ, эштең талаш менән тамамланыуы ихтимал. Ир-ат үҙ фекеренең кемдеңдер тарафынан баҫылыуын, ҡабул ителмәүен өнәмәй. Ул бит барыбер һеҙҙең әйткәнде башына һалып ҡуйҙы, уның дөрөҫлөгөн дә яҡшы белә. Бөгөн ҡаршылашһа ла, иртәгә ул барыбер һеҙҙеңсә эшләйәсәк. Шулай булғас, “ҡәҙерлем, һин һәр саҡ дөрөҫ һөйләйһең, һин хаҡлы”, тип әйтергә һис ҡыйынһынмағыҙ.
Ирҙе үҙгәртергә тырышыу – ахмаҡлыҡ. Ғаилә башлығы һәр ваҡыт өйҙә ҡәнәғәтлек кисерһен өсөн бөтә уңайлыҡтарҙы тыуҙырып, йылы мөхит ҡора алһағыҙ, ул ваҡытын ситтә – туғандарҙа, гаражда, дуҫ-иштәрҙә үткәрергә тырышмаясаҡ. Иң яҡшы урындың өйҙә, ҡатыны эргәһендә икәнен аңлаясаҡ.
Үҙегеҙгә оҡшамаған ғәҙәттәрҙән арындырырға, уны үҙгәртергә тырышмағыҙ, был файҙаһыҙ! Әммә ир менән идара итергә мөмкин, бының өсөн әрләш-талаштың кәрәге юҡ. Үҙегеҙҙең аҫыл зат вәкиле икәнлегегеҙҙе онотмай, бөхтә, матур кейенегеҙ, тәрбиәле булығыҙ.
Теңкәгә тейеп мыжымағыҙ. Күңелегеҙгә ятҡан, яратҡан шөғөлөгөҙ булһын. Үҙаллылыҡ ҡатын-ҡыҙҙы көслө лә, серле лә итә.
Ирегеҙҙең йүнһеҙлеген кешегә һөйләмәгеҙ. Тәү тапҡыр һүҙгә килешеп, кәйефегеҙ боҙолоу менән таныштарығыҙға уның насар сифаттары тураһында һөйләргә ашыҡмағыҙ.
Иртәгәһенә “һыуыныу” менән хәләлегеҙҙең эргәгеҙҙә йүгереп, ярҙамлашып йөрөүенән күңелегеҙ иреп китер, унан да шәберәк ир-аттың булмауына инанырһығыҙ. Тик әхирәттәрегеҙ хәтерендә ул “йүнһеҙ, эшкинмәгән” ир булараҡ нығынып ҡалыр. Аҙаҡ күпме маҡтаһағыҙ ҙа, ышанмаясаҡтар.
Ышаныс. Хәләлеңде гел генә контролләп, ҡайҙа аяҡ баҫҡанын тикшереп торорға ярамай. Ғаиләне бары бер-береңә ҡарата ышаныс тойғоһо һаҡлай.