Новости
7 Март 2020, 06:20

Ете йылдан һуң… Өфөгә ҡайттылар

Кумирҙары оҙаҡ көттө уларҙы. Билеттары ҡиммәт булһа ла (3500 – 8000 һум), байтаҡ халыҡ йыйылды, әммә һүҙ концерт хаҡында түгел.

Өфөлә “Машинистарҙы” иң ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршылаған кеүек ҡабул иттеләр, ҡурай моңо оҙытыуында ҡымыҙ, сәк-сәк менән һыйланылар. Ә ҡурайҙа мәшһүр Роберт Юлдашев үҙе уйнаны.
Башҡорт халыҡ музыка ҡоралы яңғырағанын ишеткәс тә, “Машина времени” төркөмө етәксеһе, билдәле йырсы Андрей Макаревич ихлас йылмайып ебәрҙе. Смартфонын кеҫәһенән сығарып, башҡорттарҙы кинәнеп төшөрә лә башланы, ҡымыҙҙан да баш тартманы, бал тултырылған семәрле һауыттарҙы ла ихлас ҡабул итте, күстәнәстәр өсөн рәхмәт белдерҙе, башҡорт ҡурайсыһының оҫталығына һоҡланды.
– Ҡурай – иҫ китмәле инструмент, унан хайран ҡалырлыҡ мөғжизәле моңдар сыға, – тине Макаревич.
2011 йылда Андрей Макаревич ”Донъяның яралыуы” (“Сотворение мира”) фестиваленең программаһы өсөн яуап бирә. Ул мәлдә Роберт Юлдашев етәкселегендәге “Ҡурайсы” төркөмөнөң фестивалдә сығыш яһаясағы тураһында һүҙ ҙә булмай. Роберт Юлдашев унда Гарик Сукачевтың саҡырыуы буйынса барған була… Әммә ҡурай тауышын осраҡлы ғына ишетеп ҡалған Макаревич һушты килтерерлек тылсымлы моңға иҫе китә һәм башҡорт артистарына үҙҙәренең таң ҡалдырырлыҡ сәнғәт өлгөһөн фестивалдә күрһәтергә мөмкинлек бирә.
Бына шулай ҡурай моңо төрлө милләт вәкилдәренең күңеленә үтеп инә.
Ә инде ошо көндәрҙә Өфөлә Макаревичтан «Ни өсөн Өфөгә шулай оҙаҡ, ете йыл буйы, килмәй торҙоғоҙ?” тип һорағас, ул “Бәй, саҡырманығыҙ бит. Беҙ саҡырған урынға ғына йөрөйбөҙ”, – тип йылмайып яуап бирҙе.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас