Новости
7 Март 2020, 05:10

Һандар һәм дәлилдәр

* Боронғо Римда әлеге ваҡыттағы ҡатын-ҡыҙҙар байрамына оҡшаш көн булған, ирҙәр ҡатындарына бүләк биргән.

* 1857 йыл. АҠШ-та (Нью-Йорк) туҡыу фабрикаһының ҡатын-ҡыҙ эшсәндәре, хеҙмәт хаҡын күтәреүҙе талап итеп, демонстрацияға сыға.

* 1893 йыл. Яңы Зеландия ҡатын-ҡыҙҙарға тауыш биреү хоҡуғын рөхсәт иткән тәүге дәүләт була.

* 1908 йыл. АҠШ-та ҡатын-ҡыҙҙар эш хаҡын күтәреү өсөн көрәшә, тауыш биреү хоҡуғын талап итә, Нью-Йорк урамдарында демонстрациялар ойоштора.

* 1909 йыл. Тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар байрамын билдәләйҙәр, әммә февраль аҙағында.

* 1910–1920 йылдар. Европа илдәре ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуғы өсөн көрәш көнөн билдәләй, әммә төрлө айҙарҙа: майҙа һәм мартта.

* 1960 йыл. СССР-ҙа байрам рәсми статус ала, ял көнөнә әүерелә.

* 1977 йыл. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы 8 Мартты рәсми рәүештә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө тип иғлан итә.
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әҙерләне.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/andar-m-d-lild-r%D0%B2/
Читайте нас