Новости
6 Март 2020, 06:15

Журналистика ветерандары БР Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтайының яңы иҫтәлекле знагына эйә булды

5 мартта башҡорт парламенты спикеры Константин Толкачев журналистика ветерандарын "Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай" яңы иҫтәлекле знагы менән бүләкләне. Ул төбәк парламентының 25 йыллығына булдырылған.

Яңы наградаға БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы эшмәкәрлеген сирек быуат һәм унан ашыу ваҡыт яҡтыртҡан журналистар лайыҡ булды.

Улар:

Алик Шәкиров, "Башинформ" агентлығының баш мөхәррире,

Рәиф Баҙыҡов, "Республика Башкортостан" гәзитенең фотохәбәрсеһе,

Ришат Миңдейәров, "Башҡортостан" ДТРК-һы радиотапшырыуҙар хеҙмәте начальнигы,

Тәнзилә Үлмәҫбаева, "Башҡортостан" ДТРК-һының радиотапшырыуҙар буйынса директор урынбаҫары,

Гөлдәриә Йосопова, "Башҡортостан" ТРК-һы ДУП-ы мәғлүмәт программалары баш редакцияһының баш белгесе.

Коллегаларҙы ҡотлайбыҙ!

Фото: Т.Аманов

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Gurnalistika-veterandari-BR-D-l-t-yiyilishi--oroltayini-ya-i-i-t-lekle-znagina-ey-buldi-151791/

Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Читайте нас