Новости
6 Март 2020, 05:45

“Юҡ, беҙҙең яҡҡа ҡарама,вирус...”

“Юҡ, беҙҙең яҡҡа ҡарама, вирус...” Билдәле шағир, яҡташыбыҙ Роберт Миңнуллинды ла бөтә донъяны шаулатҡан коронавирус ваҡиғаһы ситтә ҡалдыра алмаған, хатта яңы шиғыр яҙырға “рухландырған”. Вирусҡа арналған шиғырын Инстаграмдағы битенә ҡуйған. Әйҙәгеҙ, танышайыҡ.

Еңелсә юмор, шаяртыу ҡатыш яҙылһа ла, шағирҙың көтөлмәгән сирҙең таралыуы, халыҡ һаулығына хәүеф тыуҙырыу ихтималлығы хаҡында етди уйланыуы, борсолоуы ярылып ята.
Тарала вирус
Коронавирус...
Уға барыбер-
Ни дошман, ни дуҫ,
Уға барыбер-
Ни ҡытай, ни урыҫ.
Барыбыҙға ла
Шул уҡ бер вирус...
Беҙҙең яҡҡа ла
Ҡарана вирус,
Юҡ, беҙҙең яҡҡа
Ҡаранма, вирус –
Алама вирус...
Коронавирус.
Роберт Миңнуллин Башҡортостандың Илеш районында тыуып үҫкән, Татарстандың халыҡ шағиры. Инстаграмдағы блогын әүҙем алып бара, 44 меңдән ашыу подписчигы бар.
Фото:Инстаграм.
Автор: Дина Арслановаhttps://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Yu--be-e-ya-a-arama-virus-151328/
Читайте нас