Новости
6 Марта 2020, 05:50

ЮҒАЛҒАН ӘЙБЕРҘЕ ТАБЫУ ӨСӨН УҠЫЛА ТОРҒАН ДОҒА

Абдуллах ибн Үмәр әйтеп ҡалдырыуынса ниндәй ҙә булһа әйбер юғалтҡан кеше ике рәҡәғәт намаҙ уҡып, ошондай доғаны уҡырға тейеш: "Аллахүммә рәаддәд-дәалләти вә хәдийәд-дәләәлләти әнтә тахди минәд-дәләләти, урдуд ғәләйә дәалләти би ғиззатикә вә султааникә фаиннахә мин 'этәаика вә фәдлик".

Мәғәнәһе:
"О, Аллаһ – юғалғандарҙың илаһы! Үҙеңдең көс-ҡеүәтең ярҙамында юғалтҡан әйберемде табырға ярҙам ит инде! Мин беләм һинән башҡа илаһ юҡ һәм был һинең хәлеңдән килә торған эш" (Бостанөл-Арифин).

Шулай уҡ юғалтҡай йә урланған әйберҙе табыр өсөн көн дә егерме тапҡыр киләһе доғаны уҡырға тәҡдим ителә: "Йә джәмиәннәси ли йәүмин лә райба фихи инналләхә лә йухлифүл-миәд иджма бәйни вә бәйнә ...». Был доғаны эҙләгәнеңде тапҡансы уҡыр кәрәк булыр. Күп нөктәләр урынында юғалған әйберҙе атап әйтелә. (Ибн Абидин).
Автор: Эльмира Киеккужина.https://hakmar.rbsmi.ru/articles/din-m-iman/Yu-al-an-yber-e-tabiu-s-n-u-ila-tor-an-do-a-129013/
Читайте нас