Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаза урынында 58 йәшлек ир кешенең кәүҙәһе табыла. Фажиғә сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү бара.
Дүшәмбе көнө Белорет ҡалаһында күп фатирлы йортта сыҡҡан янғында ла кеше ғүмере ҡыйылғайны. Ҡотҡарыусылар алты кешене, шул иҫәптән бер баланы эвакуациялап өлгөрәләр, әммә 67 йәшлек пенсионер ауыр йәрәхәттәрҙән табиптар ҡулында йән бирә.
Янғын сығыу осраҡтары, уларҙа кешеләрҙең һәләк булыуы һәм йәрәхәтләнеүе һаман да кәмемәй. Ут сығыуҙың төп сәбәптәре – янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: янғынды һүндереүгә ҡарағанда, иҫкәртеү еңелерәк.
Фото: БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.