Новости
6 Март 2020, 05:45

ӨЙҘӘН СЫҠҠАНДА УҠЫЛА ТОРҒАН ДОҒА

Һәр кис һәм иртә һайын (3 йәки 7 тапҡыр)Бисмилләәһи хәсбийәллааһу тәүәккәлтү ғәләллааһи ләә хәүлә үә ләә ҡуввәтә илләә билләәһ.

"Аллаһ исеме менән! Аллаһ булыуы миңә етә һәм Уға тапшырҙым. Көс һәм ҡеүәт бари тик Аллалалыр.(Әбү Дауыт, Тирмизи, Нәсә`и, "Әл-Әҙҡәр", 24-се хәҙис).

Хәсбийәллааһу ләә иләәһә илләә һүүә ғәләйһи тәүәккәлтү үә һүүә Раббул-ғаршил-ғаҙыым.

"Аллаһ булыуы миңә етә. Унан башҡа илаһ юҡ. Тик ул ғына бар. Уға тапшырҙым. Ул бөйөк Әл-Ғәрштең Хакимы".

Бисмилләәһил-ләҙии ләә йәдурру мәғәсмиһи шәй`ун фил-арды үә ләә фиссәмәә`и үә һүүәс-сәмиғиғүл-ғалиим.

"Аллаһ исеме менән. Ерҙә лә, күктә лә бер нәмә лә Уның исеме менән зыян килтерә алмаҫ. Ул Ишетеүсе һәм Белеүсе".
Читайте нас