

Кескәй генә табында кәйефләнеп алғас, ҡунаҡ ҡатын ҡайтырға йыйынған һәм хужабикәнән үтескә 100 һум биреп тороуын һораған.
Пенсионер 100 һумды бирер өсөн кеҫәһенән аҡса сығарыу менән, ҡунаҡ уның ҡулындағы аҡсаларҙы тартып алған да, тайған.
Иҫерек хужабикә уға ҡаршы бер ни ҙә эшләй ҙә алмай, ауыҙын асып тороп ҡалған. Шунан һуң полицияға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.
Кеше талаусыны тотҡандар, ул ғәйебен таныған.
Урланған дүрт мең һум аҡсаның өс меңен ул тотоноп өлгөргән, пенсионерға тик бер мең һум ғына аҡсаны кире ҡайтара алғандар. Шунан һуң бир кешегә бурысҡа йөҙ һум, тип көйәлер ҙә, әммә ғәйеп үҙендә шул - теләһә кемде өйөнә эйәләтеп, эсеп йөрөмәһен.
Кеше талау буйынса 41 йәшлек ҡатынға енәйәт эше асылған.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Tel--kem-men-n-esep-y-r-m-k-u-ay-151499/