Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
6 Март 2020, 05:30
Эш хаҡы - 1 миллион һум
Өфөлә 31 йәшлек коммерция фирмаһы хеҙмәткәре суд алдына баҫасаҡ, ул өс йыл дауамында үҙенә фиктив эш хаҡы яҙып ултырған. Шул сәбәпле ул "Ҙур күләмдә мутлашыу" статьяһы буйынса хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйепләнә.
Ҡатындың "РУСДЖАМ-Өфө" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең финанс хеҙмәткәре булараҡ барлыҡ махсус программаларға инеү хоҡуғы булған. Шунан файҙаланып, ул 2013 йылдан алып 2016 йылға тиклем ай һайын үҙенә эш хаҡы өҫтәп яҙып ултырған. Түләү ҡағыҙҙарын етәксенең цифрлы ҡул тамғаһы менән имзалаған. Фиктив бойороҡтарҙы банкка ебәргән. Ә банк, үҙ сиратында, эш хаҡын уның иҫәбенә күсереп торған.
Йәмғеһе предприятиенан 1 миллион тирәһе аҡса үҙләштергән ул. Ҡатын ғәйебен танып, аҡсаны тулыһынса кире ҡайтарған-ҡайтарыуын. Әле енәйәт эше Өфөнөң Калинин районы судына ебәрелгән, тип белдерәләр ведомствола.
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тигәндәй, күпмегә тиклем мутлашып йәшәргә уйланы икән?
Фото: pixabay.com.
Автор: Миләүшә Сайтакова.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Esh-ha-i-1-million-um-151561/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"