Новости
6 Марта 2020, 06:28

Бынағайыш! Радик Юлъяҡшин нимәгә "Дом-2"-ға барып йөрөгән?

Яуапты сайтта уҡырға мөмкин. Был яңылыҡ йырсының "поклонница"ларына нығыраҡ ҡағыла.

Добавить в предпочтительные источники Google

Элвин Грей «Дом 2»ға үҙенең элек йөрөгән ҡыҙы менән осрашырға килгән. Уның менән проектта ҡатнашҡан икенсе берәү йөрөргә теләй икән.

Башҡорт эстрадаһы "йондоҙо" Элвин Грей стал ТНТ-лағы «Бородина против Бузовой» тапшырыуының музыкаль ҡунағы булған. Шоу мәлендә ул үҙенең элекке ҡыҙы Алина Ғәлимова менән осрашҡан. Тапшырыуҙы бөгөн күрһәтәсәктәр.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Радик менән Алина дүрт йыл йөрөгән. Ташлашҡандан һуң ҡыҙ "Дом 2" тапшырыуына барған һәм үҙенең симпатияһы тураһында Захар Саленко тигән егеткә әйткән. Тик Алинаға Никита Рудаков ҡыҙыҡҡан. ТНТ-лағы тапшырыуҙа ошо кешеләрҙең барыһы ла үҙ-ара мөнәсәбәтте асыҡлай алды. Фанаттарҙы айырыуса Элвин Грей һәм Алина Ғәлимова араһындағы мөнәсәбәт һәм тойғолар бармы-юҡмы тигән һорау айырыуса ныҡ борсоған.

Фото: Т.Аманов

Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bina-ayish-Radik-Yulya-shin-nim-g--Dom-2-a-barip-y-r-g-n-151033/
Читайте нас