Новости
6 Март 2020, 05:30

“Бөтә ир-аттар исеменән әйтәм: беҙ һеҙҙе яратабыҙ!”

Өфөләге “Торатау” Конгресс-холы айырыуса йәмле ине. Унда килгән һәр ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыл келәм аша түргә уҙҙы, һәр ҡайһыһына хәрби кейемдәге егеттәр сәскә гөлләмәләре тотторҙо. Яҙҙың тәүге иң матур байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө билдәләнде бында.

Республиканың төрлө төбәктәренән килгән гүзәл заттарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
– Барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Булғанығыҙ, беҙҙең тормошто йәмләгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙ барҙа донъябыҙ матур, өйҙәребеҙ йәмле, йөрәктәрҙә - мөхәббәт һәм бәхет. Ҡатын-ҡыҙ кешелеккә ғүмер бүләк итеүсе һәм наҙ өләшеүсе, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙ барыһын да аңлайһығыҙ, йәлләйһегеҙ, кисерәһегеҙ. Шуға күрә күптәрегеҙ табиптар, социаль һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәт итә. Шул уҡ ваҡытта иң хәүефле урындарҙа ла эшләгәндәр бар. Бер эштән дә ҡурҡып тормайһығыҙ.
Радий Фәрит улы ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙы айырым атап үтте. Улар араһында ун бала тәрбиәләгән әсә лә, кешеләрҙе эҙләү менән шөғөлләнгән ирекмән дә, ғүмерҙәр ҡотҡарған табиптар ҙа, белем биргән уҡытысылар ҙа бар ине. Төбәк етәксеһе республикала яңы булдырылған Генерал Шайморатов орденын алған ҡаһарман ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла телгә алды.
Радий Хәбиров белдереүенсә, быйыл республикала ҡатын-ҡыҙға юғары вазифалар ҙа ышанып тапшырыла башланы. Улар араһында Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы булып эш башлаған Зөһрә Гордиенконы атаны һәм етәксе гүзәл заттың артыуын теләне.
– Мин бөтә ир-ат исеменән мөрәжәғәт итеп, шуны әйтәм: беҙ һеҙҙе яратабыҙ. Һәр саҡ һеҙҙең турала уйлайбыҙ. Ҡайһы саҡта ҡырыҫлығыбыҙ менән матур һүҙҙәрҙе әйтеп тә еткермәйбеҙҙер, тик һеҙ быны белегеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Артабан Радий Фәрит улы бер төркөм алдынғы ҡатын-ҡыҙға республиканың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Мәҫәлән, Шәүрә Ғилманова Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Атҡаҙанған хеҙмәткәр исемдәре бирелде, күптәр Почет грамоталары алып ҡыуанды. Сара күркәм концерт менән тамамланды.
Фото: Рита Ишниязова.
Автор: Альфия Мингалиева.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/B-t-ir-attar-isemen-n-yt-m-be--e-e-yaratabi-152138/
Читайте нас