Ашар алдынан һәм ашағандан һуң ҡулды йыуырға кәрәк.
"Ашар алдынан һәм ашағандан һуң ҡулыңды йыуһаң, ашаған ризығың бәрәкәтле була", -- тип әйткән бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм ("Әбү Дауыт һәм "әт-Тирмизи риүәйәтендә).
Тағы: "Кем үҙенең йортона Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтен теләй, ашар алдынан да, ашағандан һуң да йыуынһын", -- тип әйткән (Ибн-Мәжәһ һәм "әл-Бәйхаҡы риүәйәтендә).
Ашарға тотонғанда "бисмилләһи" тип, ашап бөткәс, Аллаһы Тәғәләгә "әлхәмдү лилләһ", тип маҡтауҙар әйтергә кәрәк.
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: "Әгәр ашарға тотонһағыҙ, иң тәүҙә Аллаһы Тәғәләнең исеме менән", -- тип ахырында әйтегеҙ, тигән. Ашап эскәндән һуң ул: "Беҙҙе ашатҡан, эсергән һәм мосолман иткән Аллаһы Тәғәләгә бөтә маҡтауҙарыбыҙ булһын", - тигән доға уҡығын.