Новости
6 Март 2020, 06:23

8 Мартҡа бүләктәр рейтингы билдәләнде

“Авито” сервисы, 8 Март байрамына ҡатын-ҡыҙҙар нимә алырға теләй, тигән һорауға яуап эҙләгән.

Һорау алыуҙа ҡатнашыусылар бер нисә вариантты һайлап алыу мөмкинлегенә эйә булған. Уларҙың күпселеге, теүәл генә әйткәндә, 41 проценты, ювелир биҙәүестәренә өҫтөнлөк биргән. 40 проценты иһә бүләккә косметика, хушбуй алырға риза. Респонденттарҙың 31 проценты сертификат бүләк иткән осраҡта, кәрәк әйберҙе үҙҙәре һайлап алырға риза икән. Ҡатын-ҡыҙҙың 23 проценты, туристик юлламаларҙан, 16 проценты гаджеттарҙан баш тартмаҫ инек, тигән.

Шулай уҡ, алдағы йыл менән сағыштырғанда, быйыл гүзәл затты һөйөндөрөргә теләүсе ир-егеттәрҙең дә һаны артҡан, 90 проценттан 93-кә тиклем еткән.

Фото: google.ru

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/8-Mart-a-b-l-kt-r-reytingi-bild-l-nde-151218/

Яңылыҡ авторы: Гөлнара Солтанова
Читайте нас