Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
5 Март 2020, 10:05
Юл фажиғәләре - 3 март
3 мартта республика юлдарында ете автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кеше һәләк булған, һигеҙ кеше төрлө йәрәхәттәр алған.
Кисен Өфөлә, Октябрь проспектында, "Дан бульвары" туҡталышы янында, 25 йәшлек ир ВАЗ-2115 машинаһында Черниковкаға китеп барышлай юл аша сығып барған 45 йәшлек ҡатынды тапай.
Йәйәүле шунда уҡ йән бирә. Был фажиғә буйынса тикшереү бара.
Көндөҙ Өфөнөң Дим районында Шишмә районынан 38 йәшлек ир "Лада Калина" машинаһында юл буйындағы тимергә барып бәрелә. Водитель үҙе һәм уның 32 йәшлек пассажиры ауыр йәрәхәттәр алған. Аварияның сәбәптәре асыҡлана.
Тәүлек эсендә ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған кешеләргә 2400-гә яҡын протокол төҙөлгән, 13 иҫерек водитель тотолған.
Фото: БР ЮХХДИ сайтынан.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Yul-fagi-l-re-3-mart-150189/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"