Янмаған саҡта алҡымыма килеп тығылған күҙ йәштәре менән көрәшә-көрәшә кирегә боролам да, олатайымдың өйөнә табан йүгерәм, сөнки беләм: унда мине көтәләр. Ә ҡай саҡ мөғжизәгә лә урын табыла: кухня тәҙрәһе балҡып, үҙенә саҡырып тора! Ул миңә был ваҡыттарҙа үҙенә арбаусы, ҡотҡарыусы, ҡараңғы юлдың осондағы яҡтылыҡ, бар донъяны ҡаплар йылы һымаҡ тойола ине, үҙ-үҙемде белмәй, бар көскә өйгә ҡарай осам: әсәй өйҙә!
Йылдар шаршауы артында ҡалған тәҙрәләге утты килеп-килеп хәтерләйем.
Ҡасандыр февраль әфәнденең һуңғы буранын тыңлай-тыңлай кисләтеп кенә ҡайтып барыуым. Йөрәк итен тап шул бала саҡтағы тойғо телеп үтә. Сәбәбен дә беләм: йәш ғаиләбеҙҙә, дыуамаллығыбыҙға барып, әҙерәк һүҙгә килешкән мәл... "Ә өйҙә бер кем дә юҡ... Ә өйҙә мине береһе лә көтмәй" тигән моңһоу уй тынғы бирмәй. Тәҙрәбеҙҙәге баҙлауыҡты күреп ҡалам шунан. Өйҙә барҙар. Көтәләр. Ни тиклем асыуланһалар, үпкәләһәләр ҙә, ҡайтып инеүемде күрмәмешкә һалышһалар ҙа, көтәләр... Шул саҡ тәү ҡарашҡа ябай, тапалған кеүек тойолған бер әйберҙе ҡайта-ҡайта килеп йәнә төшөнәм: ҡәҙерен белер кәрәк... Беҙҙе өйҙә көткәндәрҙең ҡәҙерен белергә кәрәк. Ҡолас йәйеп, йылмайып ҡаршы алмаһалар ҙа, барыбер ҙа көтәләр бит улар, барыбер ҙа беҙҙең ҡайтыуыбыҙ, бер ҡыйыҡ аҫтында булыуыбыҙ кәрәк уларға. Арҡа терәп, бер мендәргә баш терәп ятыуыбыҙ кәрәк. Буран үтә бит ул. Ана, март килде. Өйҙә көтөүсе кешеләребеҙ булғанға көтә һәм ҡыуана белергә кәрәк.
Был кисерештәр ҙә хәтирә генә булып ҡалған хәҙер. Йылдан-йыл ниндәйҙер күҙгә күренмәгән баҫҡысҡа үрләтә тормош, әленән-әле төрлө тойғолар кисерергә мәжбүр итә, әммә һаман яҡтырып үҙенә саҡырып торған тәҙрә күҙ алдында. Тормош, эш мәшәҡәттәре елкәгә өйөлә, арытып киткән, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән мәлдәр ҙә була. Ошондай ваҡыттарҙа бала саҡтағы, унан ғүмерҙең үтелгән этабындағы кисерештәр хәтергә төшә һәм киләһе тормош хаҡиҡәтен аңлауға этәрә: көндөң нисек үтеүе мөһим түгел, шул көн аҙағында һине өйҙә көтөр яҡындарың булыуы мөһим.
Өйөгөҙҙә һеҙҙе ҡаршылар кеше бар икән – тимәк һеҙ бәхетле. Ҡәҙерен генә белегеҙ.