Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
5 Март 2020, 05:45
“Табип төрмәлә ултырырға тейеш түгел”
Табиптарҙың яуаплылығы страховкаланырға тейешме? Һеҙ был хаҡта нимә уйлайһығыҙ?
Өфөлә табиптарҙың яуаплылығын страховкалау тураһындағы мәсьәләләргә арналған “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Хәҙер медицина һәм фармацевтика хеҙмәткәрҙәре законға ярашлы яуаплылығын страховкалау хоҡуғына эйә, тик ғәмәлдә ул тормошҡа ашырылмай. Был иһә табиптарҙың күпләп эштән китеүенә һәм уларҙың ҡытлығына килтерә.
“Рәсәйҙең хоҡуҡи базаһы башҡа илдәр практикаһынан күпкә айырыла. Балалар табибы Леонид Рошаль был теманы күтәреп сыҡҡайны, хәҙер ошо позицияны федераль кимәлгә тиклем еткерергә кәрәк. Күптән түгел үткәрелгән матбуғат конференцияһында республика буйынса Тәфтиш комитеты етәксеһе Денис Чернятьев: “Илдәге ҡайһы бер төбәктәрҙә табиптар юридик йәһәттән яҡланмағанлығы арҡаһында һөнәренән китә”, – тип белдергәйне Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова.
Башстат мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, республикала табиптар менән комплектлау – 61,5, ә урта медицина персоналы менән тәьмин ителеш 74,4 процент тәшкил итә.
“Белгестең мөккиббән китеп эшләүенә ул коридорҙа әле күпме кешенең ултырғанлығы хаҡында түгел, ә нисек һәм нимә менән дауалауы тураһында уйлаған сағында ғына өлгәшергә мөмкин. Табип дауалауҙы тәғәйенләгәс, һәр ваҡыт айырым пациент менән эшләй. Тик 2021 йылдан табип клиник күрһәткестәр буйынса дауалаясаҡ. Был иһә медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн тағы ҙур яуаплылыҡ”, – тип әйткән Башҡортостан буйынса Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге күҙәтеү буйынса хеҙмәт етәксеһе Динара Гашимова.
Шулай уҡ Динара Гашимова белдереүенсә, урта һәм кесе медицина персоналы өсөн, улар эшләгәндә үҙе булһа ла, булмаһа ла, табип яуап бирә. Рәсәйҙә табиптың гражданлыҡ, административ, дисциплинар йәки матди яуаплылыҡҡа тарттырылыуы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта уны енәйәт яуаплылығына суд ҡарары буйынса ғына тарттырыуҙары ихтимал. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, енәйәт эштәре нигеҙҙә һаҡһыҙлыҡ һөҙөмтәһендә теркәлгән үлем осрағында ҡуҙғатыла.
“Горобзор” сайты белдереүенсә, “түңәрәк өҫтәл” һөйләшеүендә күптән түгел Иглин үҙәк район дауаханаһында теркәлгән хәл – инвалидтың коридор буйлап шыуышыуы – тураһында ла һүҙ сыҡҡан. Ул саҡта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры табиптарҙың пациенттарҙың ташланыуынан яҡланған булырға тейешлеге хаҡында әйткәйне.
“Табип – бик хәүефле һөнәр эйәһе. Иң мөһиме: ул төрмәлә ултырырға тейеш түгел, ә эшләргә – кешеләрҙе дауаларға – тейеш”, – тигән “Башҡортостан Республикаһы Медицина палатаһы” медицина берҙәмлеге союзы рәйесе Дамира Сабирйәнова.
Фото:
google.com.
Автор: Айһылыу Низамова.https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Tabip-t-rm-l-ultirir-a-teyesh-t-gel-148608/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"