Новости
5 Март 2020, 11:42

Шундай апайың булһа, шәптер ул!

Ауырғазы районының Ишле ауылында йәшәүсе 23 йәшлек егеттең туғандары шәплегенә күҙ ҡыҙмаҫлыҡмы ни! Егет юл йөрөү ҡағиҙәләрен 45 тапҡыр боҙған, тик уны киҫәтеп, аҡылға ултыртыусы булмаған.

Тәртип боҙоусының штрафтар буйынса бурысы 24 мең һумдан ашҡан. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре транспорт менән идара итеүҙе ваҡытлыса сикләү тураһында иҫкәртеү ҙә яһаған. Тик водитель уларҙың һүҙен ҡолағына ла элмәй. Приставтар бурыслыға ҡарата эш ҡуҙғата. Тыйыуға ҡарамаҫтан, егет машинаһында елеүен белә. Шул саҡта апаһы тәртип боҙоусыға ярҙам итмәксе булып, уның бурысының тиненә тиклем тулыһынса түләй. “Ярҙамсы” туғанына ҡустыһы өсөн тағы күпме түләргә тура килер икән, уныһын әлегә бер кем дә әйтә алмай.
Фото: BashNews.
Читайте нас