Новости
5 Марта 2020, 11:36

Сауҙа үҙәге атышыу майҙаны түгел!

1 март көнө полицияға Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаһы сауҙа үҙәктәренең береһендә атыу тауыштары ишетелеүе тураһында хәбәр килә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ведомство хеҙмәткәрҙәре килеп еткәнсе, учреждениеның именлек хеҙмәте һаҡсылары хоҡуҡ боҙоусыларҙы асыҡлап, ҡулға ала.
Улар Башҡортостан кешеләре булып сыға. 37 йәшлек иҫерек ирҙән пневматик пистолет, ә 23 йәшлек егеттән ошо ҡорал өсөн тәғәйенләнгән газ баллоны тартып алына.
“Тәүтикшереүҙәр асыҡлауынса, хулиганлыҡ ниәте менән, ҡулға алыныусыларҙың береһе сауҙа үҙәге бинаһында пневматик пистолеттан һауаға бер-нисә тапҡыр атҡан”, - тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ.
Бындай “шаярыу” өсөн яҡташтарыбыҙға суд алдына баҫырға тура киләсәк. “Хулиганлыҡ ҡылыу” статьяһы буйынса енәйт эше ҡуҙғатылған.
Фото: “Башинформ”
Читайте нас