Новости
5 Март 2020, 11:37

Паркинсон: сәбәптәре, дауаланыу ысулдары...

Әлеге ауырыу кешенең енесенә лә, йәшенә лә ҡарамай, тиҙәр. Уның төрлө формалары йәш кешене лә, ололарҙы ла аямай. Һүҙ Паркинсон ауырыуы тураһында бара.

Альцгеймер ауырыуынан һуң айырыуса йыш осрай торған нейродегенератив ауырыуҙарҙың береһе ул. Элегерәк, 60 йәштән һуң күберәк асыҡланһа, хәҙер йәштәрҙә лә күҙәтелә. Ауырыу бик әкрен барһа ла, ул аяныслы һөҙөмтәләргә килтерә. Паркинсон ауырыуын киҫәтеү, дауалау тураһында нейрохирург-табиптар бына тимә хәбәр итә.

Сәбәптәре:
Төп сәбәптәренең береһе – ауырыу нәҫелдән күсә. Шулай уҡ баш мейеһе йәрәхәтләнеү, баш менән бәрелеү, имгәнеүҙәр, гел депрессия кисереү ҙә ауырыуға килтерергә мөмкин.

Ауырыуҙың билдәләре:
Кеше ҡалтырай, хәрәкәттәре әкренләшә, ахыр сиктә ул үҙаллы хәрәкәтләнә алмай башлай. Уға карауаттан тороу, йыуыныу, ашау ҙа ҡыйын булырға мөмкин. Хәтере насарлана.

Дауаланыу:
Ауырыуҙың беренсе стадияһында дарыуҙар менән дауалау ҡаралған. Тик тора-бара нейрохирург белгестәренә мөрәжәғәт итмәйенсә булмай. Ауырыуҙы тулыһынса дауалау мөмкин түгел. Һөҙөмтәле алымдарҙың береһе – операция.

1960 йылда ауырыуҙың төп сәбәбен асыҡлай алғандар. Ул баш мейеһенең бер өлөшөндә нерв күҙәнәктәренең үлеүе менән бәйле. Паркинсон ауырыуы билдәләре күҙәтелгән кешене нейрохирургтарға юллайҙар. Был операция бик ҡатмарлы, табиптар уны ювелир биҙәүес яһауға тиңләй. Табиптан был эш ҙур сабырлыҡ, теүәллек һорай. Ғәҙәттә, операция һигеҙ сәғәт тирәһе дауам итә. Операциянан һуң кеше әкренләп үҙаллылыҡҡа өйрәнә, тулы тормош менән йәшәй башлай.
Әммә, медицина бер урында тормай, уны дауалау юлдары эҙләнә, заманса технологиялар уңышлы һөҙөмтәләр бирә. Хәҙер хатта баш мейеһен стимуляцияларға мөмкинлек биргән ҡоролмаларға ҡәҙәр ҡулланалар. Йәғни, операциянан һуң кешенең баш мейеһе менән пульт ярҙамында идара итеп була.

Киҫәтеү:
- сәләмәт тормош рәүеше алып барырға тырышығыҙ;
- кофе, спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы кәметегеҙ;
- баш мейеһе өсөн файҙалы ризыҡтар: алма, апельсин, гpeйпфpут, әфлисун ашаһаң яҡшы;
- B төркөмө витаминдарына бай булған ризыҡтар: йәшелсәләр, һөт продукттарын, диңгеҙ ризыҡтарын, сәтләүектәр, ит ашарға кәңәш ителә;
- юҡ-бар өсөн борсолмағыҙ.
  • Читайте нас