Новости
5 Март 2020, 05:45

Ни өсөн коронавирус менән балалар сирләмәй?

Яйлап ҡына Ҡытайҙа башланған был сир бөтә донъяға тарала башланы. Кемдер тыныс ҡына йөрөй бирә, икенселәр ҡурҡа, яҡланыу сараларын уйлай, өсөнсөләр халыҡ араһында ығы-зығы күтәреп маташа.

Ә һеҙ шуға иғтибар иттегеҙме, бөтә донъя буйынса сирләгән һәм үлгән кешеләр араһында бәләкәй балалар һәм үҫмерҙәр бик һирәк. 70 меңдән ашыу сирләгән кешенең ни бары 1 проценты ғына балаларға тура килә. Бында һүҙ 0 йәштән 19-ға тиклемгеләр тураһында бара. Бының сәбәбе нимәлә икән?
Рәсәй вирусологтары фекеренсә, кешенең иммунитеты йәшәгән һайын көсһөҙләнә бара һәм сирҙәргә тиҙерәк бирешә башлай. Бынан тыш хроник сирҙәре булған өлкәндәрҙең организмы тиҙерәк хәлһеҙләнә һәм бирешә. Ә бәләкәй саҡта хроник сирҙәр юҡ. Ата-әсәнең тәү сиратта балаһын ҡурсалауы һәм балалар учреждениеларының тәүгеләрҙән булып карантинға ябылыуы ла уларҙы яҡлай.
– Бәлки, ысынлап та, был вирус балалар өсөн хәүефһеҙҙер. Тик был турала һөйләү өсөн әле мәғлүмәт аҙыраҡ. Өйрәнергә кәрәк, – тигән медицина паразитологияһы, тропик һәм трансмиссив сирҙәр институты директоры Александр Лукашев.
Нисек кенә булмаһын, коронавирустан балалар һәм үҫмерҙәр нығыраҡ яҡланған. Был уларҙың иммун системаһы үҙенсәлектәренә бәйле. Был сир менән иң күбе 60 йәштән өлкән кешеләр ауырый.
Иң һуңғы статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, коронавирус менән сирләгән кешеләрҙең 87 проценты 30-79 йәшлектәргә тура килә. Һәм был сирҙән үлгәндәрҙең күпселегендә хроник сирҙәр булған, улар тап шуларҙың көсәйеп китеүе арҡаһында вафат булған.
Әйткәндәй, вирустың “тыуған ере” Ухань ҡалаһында үлгән кешеләр араһында 0-дән 10 йәшкә тиклемге балалар бөтөнләй булмаған. Сирҙе үткәреү буйынса ла, ни тиклем кеше өлкәнерәк, шул тиклем ул ауырыраҡ сирләгән. Был коронавирус ҡына түгел, грипп һәм башҡа вирустар менән сирләгәндәргә лә хас.
Эйе, балаларҙың сиргә бирешмәүе, әлбиттә, бик шатландыра. Тик өлкәндәргә һағыраҡ булырға кәрәк икәнлеген онотмайыҡ. Һаулығыбыҙҙы ҡайғыртып, шик тыуыу менән дауаханаға мөрәжәғәт итергә онотмағыҙ. Сәләмәт булайыҡ!
Автор: Альфия Мингалиева.https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Ni-s-n-koronavirus-men-n-balalar-sirl-m-y-149196/
Читайте нас