Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
5 Март 2020, 10:05
Ғәлим Яҡупов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетын етәкләйәсәк
Йәмәғәт ойошмаһына рәйес итеп Ғәлим Яҡупов ҡуйылды. Бының турала ҡарар бөгөн М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында сираттан тыш үткәрелгән ултырышта ҡабул ителде.
Белешмә:
Ғәлим Миңлеғәле улы Яҡупов 1972 йылдың 3 сентябрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Һөнәре буйынса журналист. 1993 йылда "Башҡортостан" ДТРК-һында мөхәррир вазифаһында эш башлаған.2000-2004 йылдарҙа "Башҡортостан" ДТРК-һы радиотапшырыуҙар студияһы директоры - генераль директор урынбаҫары була. Аҙаҡтан Новосибирск ҡалаһына күсә һәм үҙ һөнәре буйынса эшләй.
2010 йылдың декабренән БР мәҙәниәт министры урынбаҫары,
2011-2017 йылдарҙа - "Башҡортостан" ТРК-һы ДУП-ы директоры,
2017 йылдың мартында БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары ителә, 2017 йылда "Матч ТВ" дөйөм федераль спорт телеканалының Екатеринбург филиалы етәксеһе була.
2018 йылдан - "Вся Уфа" телеканалы генераль продюсеры.
Быға тиклем БДБҠ башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын Искәндәр Юлдашев биләне. Ул Рәсәй башҡорттарының Федераль милли-мәҙәни автономияһының етәксеһе итеп ҡуйылды.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/lim-Ya-upov-B-t-donya-bash-orttari-oroltayi-bash-arma-komitetin-et-kl-y-s-k-149731/
Фото:Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"