Малай күҙ йәштәрен һөртә-һөртә ниндәйҙер дуҫына ҡунаҡҡа килгәнен һөйләй, өйгә ҡайтырға ваҡыт еткәс, уны бер тин аҡсаһыҙ, яңғыҙын урамға сығарып ебәрәләр. “Аҙаштым, зинһар, өйөмә илтегеҙ!”- тип ялына ул. 266-сы маршрут автобусы водителе үҙенең Сипайлов биҫтәһенә барасағын, уны өйөнә илтә алмауын, полицияға мөрәжәғәт итергә кәрәклеген белдерә. “Юҡ, кәрәкмәй поицияға. Миңә өйгә ҡайтырға кәрәк, адресты беләм”, тип ныҡыша малай. Өлкәндәр “сәйәхәтсе”нең ата-әсәһенә шылтыратып ҡарай, әммә бер кем дә яуап бирмәй. Малай үҙенең Азатлыҡ урамындағы 3-сө йортта йәшәгәнен әйтә, фатирын да белә. Баланың яҙмышына битараф булмаған өлкәндәр кәңәшләшкәндән һуң полицияға шылтыратып, билдәһеҙ сәбәптәр менән урамда аҙашҡан малайҙы хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә тапшыра. Эргәбеҙҙәге балаларға иғтибарлыраҡ булайыҡ,йәмәғәт, кескәйҙәрҙең бәлә-ҡазаға тарыуы өсөн күп кәрәкмәй, сит балалар булмай, барыһы ла үҙебеҙҙеке!