Новости
5 Март 2020, 10:05

Искәндәр Юлдашевты үрләттеләр

Рәсәй башҡорттарының Федераль милли-мәҙәни автономияһының яңы етәксеһе билдәле булды. Уның башҡарма директоры итеп Искәндәр Юлдашев ҡуйылды. Уға 36 йәш, белеме буйынса юрист. Быға тиклем ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе булып эшләне.

Рәсәй башҡорттарының Федераль милли-мәҙәни автономияһы Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә башҡорттарҙың коллектив хоҡуҡтарын һәм законлы талаптарын яҡлау өсөн ойошторолған. Ойошма Рәсәйҙең Милләт эштәре буйынса федераль агентлығы ҡарамағындағы Милли-мәҙәни автономиялар советы эшендә ҡатнаша. Ул шулай уҡ законға ярашлы РФ Президенты ҡарамағындағы Милли һорауҙар буйынса Совет составына ингән.

Фото: Т.Аманов
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Isk-nd-r-Yuldashevti-rl-ttel-r-149586/
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Читайте нас