Новости
5 Март 2020, 10:05

Өфөлә Бавария һәм Март урамдары барлыҡҡа килде

Улар баш ҡаланың Ленин биҫтәһендә - 8 март ҡасабаһында урынлашасаҡ. Бының турала ҡарарҙы Ҡала советы депутаттары 4 мартта үткән сираттағы кәңәшмәлә ҡабул иткән.

Бавария һәм Март урамдарның дөйөм оҙонлоғо 400 метрға барып етәсәк. Уларҙы булдырыуҙы "8 марта Village" торлаҡ комплексы төҙөлөү тамамланыу һәм яңы барлыҡҡа килгән йорттарға адрестар биреү кәрәклеге менән аңлаталар.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/f-l-Bavariya--m-Mart-uramdari-barli-a-kilde-149875/
Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Читайте нас