Новости
5 Март 2020, 05:50

“Бер ҙә китергә теләмәгәйне, хатта илағайны...”

Туғандары Рәмзил Фәхрисламовты табыуҙа ярҙам һорай. Өҫтәүенә 4 мартта – уның тыуған көнө...

Ир 28 февралдә 148-се Өфө – Пыть-Ях маршруты буйынса йөрөгән поезға ултырған. Тик бына ул тәғәйенләнгән урынға килеп етмәгән. Ошо көндө уны һуңғы тапҡыр күргәндәр, ә икенсе көнөнә һуңғы тапҡыр шылтыратҡан. “Whatsapp”ты ҡарағандар һәм уға ирҙең аҙаҡҡы тапҡыр 29 февралдә 18 сәғәт 22 минутта инеп сығыуын күргәндәр. “Эшкә тип китте лә, барып етмәгән. Көн һайын начальнигы шылтырата һәм уны һорай, белешә”, – тип белдергән “Горобзор” сайтына ирҙең туғандары.
Ир һөйгәне менән Дүртөйлө районында йәшәгән. Өҫтәүенә уның был юлы бер ҙә китергә теләмәүе, хатта илауы хаҡында әйткәндәр. Тәүге тапҡыр уның менән ошондай хәл булған...
4 мартта Рәмзилгә 42 йәш туласаҡ. Уның яҡындары ирҙе табылыр, тыуған яғына ҡайтыр тип өмөт итә. Шулай ғына булһын инде...
Әгәр һеҙ Рәмзил Фәхрисламов хаҡында хәбәрҙар булһағыҙ, 8-951-990-94-81 йәки 8-919-142-22-65 телефондары буйынса шылтыратыу һорала.
Фото: "Горобзор".
Автор: Айһылыу Низамова.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ber--kiterg-tel-m-g-yne-hatta-ila-ayni-148584/
Читайте нас