Новости
5 Март 2020, 17:30

Аварияла 6 йәшлек бала зыян күргән

Бөгөн иртән, һигеҙенсе яртыла, Салауат ҡалаһында Renault Logan менән ПАЗ автобусы бәрелешкән.

Еңел автомобиль менән 40 йәшлек ҡатын идара иткән. Автобус эшкә ҡырҡлап пассажирҙы алып китеп барған булған.
"Рено"лағы алты йәшлек бала зыян күргән. Автобус пассажирҙары имен-һау.
Фото: БР ЮХХДИ сайтынан.
Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас