Новости
5 Март 2020, 10:05

Һауа торошо - 5-7 март

Яҙ үҙенекен итә - көндөҙ йылыта.

5 март - көн аяҙлы-болотло булмаҡсы, бер аҙ ҡар яуасаҡ.
Елдең тиҙлеге - 3-8 м/с.
Һауа температураһы төндә -4,-9°, аяҙ мәлдә - -16°, көндөҙ -2,+3°. Юлдарҙа төндә һәм иртән урыны менән томан!
6 март - беҙҙе шулай уҡ аяҙлы-болотло көн көтә, саҡ ҡына ҡар яуыр, ахыры. Елдең тиҙлеге шул уҡ.
Һауа температураһы төндә -4,-6°, көндөҙ +1,+3°.
7 март - яуым-төшөм көтөлмәй. Елдең тиҙлеге - 9-14 м/с.
Һауа температураһы төндә -5,-10°, көньяҡ-көнсығыш буйынса -12,-17°, көндөҙ -1,+4°.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/aua-torosho-5-7-mart-150192/
Читайте нас