23 марттан 9 апрелгә тиклем киләһе йыл модель китапхана асыуға ғариза бирергә мөмкин. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл модель китапханалар Благовар, Дүртөйлө, Туймазы райондарында барлыҡҡа киләсәк. Уларҙы асыуға федераль ҡаҙнанан 20 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.