“Юлдаш” эфирҙан тыш та әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Һәүәҫкәр башҡарыусылар араһында “Юлдаш йыры” республика асыҡ конкурсы, “Йыл йыры”, “Теге өсәү”, студенттар өсөн концерт-дискотека ойоштора. Ошо бихисап проект араһында “Хәйерле иртә” тип беҙҙе йоҡобоҙҙан уятҡан Йәмил Ишмөхәмәтов, Филүс Ҡасимов һәм Ғәзиз Әбделмәнов менән, ниһайәт, осрашыу форсаты тейҙе. Егеттәрҙең эфир тамамланғас та эштәре бөтмәй, төрлө сараларға сценарий яҙалар, интернет яңылыҡтары менән таныштыралар.
Түҙемһеҙлек менән һорауҙарымды бирергә ашыҡтым.
– Һаумыһығыҙ, егеттәр! Балыҡ тотоуға ҡарашығыҙ нисек? Был шөғөлгә бөтәгеҙ ҙә әүәҫме? Йәмил Шамил улы, әйҙә, һеҙҙән башлайыҡ.
– Мин Ейәнсура районы Урта Муйнаҡ ауылынанмын. Нисек инде, таҙа, мул һыулы йылғалар араһында йәшә лә балыҡ тотма! Эйек, Өҫкәлек, Ҡаҫмартҡа күп йөрөнөм, бағры, бәрҙе, ажау ашап үҫтем мин. Атай ҙа, ҡустыларым да балыҡ тоторға ярата. Мин күберәк өләсәйҙәрҙә үҫтем. Атта һыбай йөрөргә яратам, көтөүен дә көттөм. Балыҡсы булып китеүемә бигерәк тә ике туған ҡустыларым булышлыҡ иткәндер. Тирмән быуаһында ла тота инек. Шуныһы ҡыҙыҡ: ауылда Юлай, Рәүеф исемле балыҡсы ағайҙар бар, беҙ эләкмәй тигән ерҙән дә ике-өс табыш алыр ине улар. Тәжрибәбеҙ самалыраҡ булғандыр инде, күрәһең, ул ваҡытта.
Ҡармаҡ ебе (жилка ти торғайныҡ), ырғаҡтар булманы тиерлек – табып алһаҡ, бик ҡәҙерләп тота инек. Бала саҡта күбеһенсә бәрәмәткә тоттоҡ, кис емләп ҡалдырабыҙ ҙа иртән килеүебеҙгә балыҡ эләгеп тора. Хәтеремдә, бер мәл өс ырғаҡҡа ла шамбы эләккәйне. Берәүһе бигерәк ҙур: велосипедтың багажнигына башын һалғайныҡ, ҡойроғо ергә тейеп торҙо!
Суртандарҙы һөйрәп сығарыу минең өсөн ҙур еңеү һанала ине, ә тотҡан бағры-бәрҙеләрҙең тәме әле лә телдән китмәй. Хәҙер уларҙы тотоу ҡануниәт тарафынан тыйылды бит инде. Был дөрөҫтөр ҙә, бәлки, сөнки һуңғы ваҡытта балыҡ ныҡ кәмене. Бер ҡыҙыҡ хәл иҫкә төштө әле. Йәйге эҫе ваҡыт, көтөү көтөп йөрөйөм. Аттан төштөм дә, теҙгенде яурынға элеп, яр буйында балыҡ ҡармаҡлап торам. Себенгә, күгәүенгә сыҙамай башын сайҡап тороп, ат мине мороно менән ярҙан этеп төшөрөп ебәрҙе. Иң алда һыуға ҡармаҡ сыбығым осто, артынан – үҙем… Әммә, сослоҡ еткәндер инде, теҙгенгә тотоноп өлгөрөп, йылғаға ҡоламай ҡалдым. Ат үҙе һөйрәп сығарҙы.
Бала саҡта иҫке тимер карауаттың панциры менән балыҡ һөҙә инек, күбеһенсә ташбаштар эләгә торғайны. Урман хужалығы белгестәре күренһә, һөҙгөсөбөҙҙө һыуға батырабыҙ ҙа үҙебеҙ һыу инергә керешәбеҙ, йәнәһе, йөҙөргә килгәнбеҙ. Хәҙер инде Өфөгә күскәс, кукуруз, бүрттерелгән бойҙайға әнис, һарымһаҡ ҡушып, емһалғыстар менән йөрөйөм. Ағиҙелгә, Димгә, төрлө быуаларға барам буш булғанда. Аҡ селәүсендәрҙе ҡыҙартыу юлын да беләм: ҡыҙыл кирбесте бысып, шуның онтағына ебәрһәң, улар ошо төҫкә инә.
Ҡатыным Лилиә менән Сулпан исемле ҡыҙ, Дан исемле ул үҫтерәбеҙ.
– Ғәзиз Айҙар улы, һеҙ ниндәй хәтирәләрегеҙ менән бүлешерһегеҙ? Белеүемсә, Хәйбулла районының Степной ауылынанһығыҙ. Балыҡҡа ҡайҙа йөрөнөгөҙ? “Юлдаш”ҡа нисек килеп юлыҡтығыҙ?
– 2014 йылда Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөгәндә конкурсты уңышлы үтеп, эшкә килдем. Бында эфирҙа ултырыу өсөн, әлбиттә, үҙеңдең аныҡ фекерләүең кәрәк. Шулай уҡ иң тәүҙә ҙур теләк булыуы мөһим, өҫтәүенә тормошоңдоң күп өлөшөн эшеңә бағышлау талап ителә. Беҙ бер-беребеҙгә һәр саҡ ярҙам итәбеҙ, фекер төрлөлөгө лә булғылай, әлбиттә. Тура эфир ҙур яуаплылыҡ талап итә. Тыңлаусылар менән һәр саҡ ихлас һөйләшәбеҙ. Өс быуын вәкилдәре булараҡ, фекерҙәрҙең төрлө булыуы тәбиғи. Ололарҙың кәңәштәрен гелән иғтибар менән тыңлайым.
Балыҡ мәсьәләһенә килгәндә, атайым – ҙур тәжрибәле балыҡсы. Айырыуса дегәнәк ҡортона тотоуҙы үҙ итә. Мин дә – тәбиғәтте ныҡ яратҡан кеше. Атайымдан күреп, боҙ аҫтынан селбәрәгә тоторға өйрәндем. Уның Урал йылғаһынан тотоп алып ҡайтҡан һөмбаш һәм башҡа балыҡтарын таҙалай торғайныҡ. Малай саҡта көҙ сыраҡҡа сыға инек – эй күңелле мәлдәр!.. Хәҙер иһә мин ҡармаҡ тотоп, һыуға ҡарап, тәбиғәтте күҙәтергә яратам.
– Филүс Әсҡәт улы, ә һеҙ балыҡҡа йөрөйһөгөҙмө? Ваҡыт еткереп буламы? Салауат районының тәбиғәте ғәжәп матур бит инде.
– Беҙҙең Ҡарағол ауылы йылғаларҙан алыҫ урынлашҡан. Унан Әй йылғаһына тиклем – 40-45, Йүрүҙәнгә ҡәҙәр 70 саҡрым барырға кәрәк. Үҙ ғүмеремдә бер тапҡыр балыҡ тоттом, уныһын да ҡул менән. Ауыл янындағы Ашҡыяҡ быуаһын йырғанда.
Ғаиләлә тик малайҙар үҫһәк тә, балыҡ тотоу менән шөғөлләнмәнек. Беҙҙе “Әсҡәт ағайҙың футбол командаһы” тип йөрөтәләр ине. Ғөмүмән, ауылыбыҙҙа балыҡсылар булманы. Быуанан алып ҡайтҡас та әле әсәйем асыуланды. “Ни эшләп тоттоң, нисек йәлләмәнең?!” – тип. Шунан башҡа балыҡҡа теймәнем.
Ике ағайым һунарсылыҡ менән шөғөлләнә. Балыҡ тотоу улар өсөн дә ят. Ағайымдар һуйыр, ҡуян кеүек кейектәрҙе атһа ла, өйгә алып ҡайтмай, туғандарға алып бара торғайны, сөнки әсәйебеҙ рөхсәт итмәй ине.
…Бына шулай. Йор һүҙле, береһенән-береһе шәп егеттәр менән осрашыу ҙа аҙағына яҡынлашты. Өс бер туған һымаҡ күренде миңә улар. Хоҙай үҙҙәренә һаулыҡ, эштәрендә уңыштар насип итһен. Рәхмәт, егеттәр!