2. Ҡыш суртанды ҡайҙан эҙләргә?
– Тәүге боҙҙа – яр буйынан, февраль-март айҙарында – тәрәндән.
3. Һыланы йылтырмаға тотоу өсөн ниндәй ҡармаҡ сыбығы уңай?
– Ул үҙенә күрә ҡаты булырға тейеш, оҙонлоғо – 40-45 сантиметр.
4. Боҙҙан әрселгән урындарҙа йәйге ҡармаҡ менән тоторға буламы?
– Мөмкин, әлбиттә. Әммә табышығыҙ күп булмаясаҡ, сөнки балыҡ боҙ аҫтынан сығырға ҡурҡа.
5. Боҙ аҫтынан тотҡанда ниндәй балыҡтың селбәрәһе яҡшы?
– Бар балыҡтыҡы ла бара. Әммә иң яҡшыһы – ташбаш, сабаҡ, табан, ажауҙыҡы.
6. Селбәрәнең ҡайһы еренән эләктерергә?
– а) ауыҙынан; б) һыртынан (тик умыртҡа һөйәгенән түгел); в) ҡойроғонан.
7. Ниндәй ҡармаҡтар ҡулланыла?
а) бер асалы;
б) ике асалы;
в) өс асалы (бәләкәйерәк булһын).
8. Балыҡтарҙың еҫ һиҙеүе нисек?
– Әлбиттә, яҡшы үҫешкән.
9. Һыланы ҡайҙан эҙләргә?
– Ғәҙәттә, аҡ балыҡтар ҡайҙа, һыла шунда була. Сабаҡ, күстерә, ҡорман өйөрҙәренең ҡырында ҡарауыллап йөҙөп йөрөйҙәр. Уңайы сыҡҡанда тәңкәлеләргә һөжүм итәләр.